Студопедия.Орг Главная | Случайная страница | Контакты | Мы поможем в написании вашей работы!  
 

Тиҙәйткестәр



Һоро һарыҡтар

Барабан һуҡҡандар,

Ҡарамай һуҡҡандар,

Маңлайҙарын ярғандар.

Һаҙый һоро һандыҡ яһаған да һары әйберен һалған.

Һөҙгәк һыйырҙы һауып, Алһыу һөттән ҡатыҡ яһаған.

Сысҡан килгән бесәйгә,

Сәскә биргән бүләккә.

Мыяубикә бесәйем

Бик ярата бәпәйен.

Бесәй сысҡанды ҡунаҡҡа саҡырған,

Сынаяҡ аҫтынан сәй эсергән.

Сибәр тауыҡ себешенә һыу эсерә,

сыбар әтәс һаҡлап тора.

Йоҡоһо килгән бәләкәй айыуҡай илай.

Ишек алдын һаҡлай

уҫал Алабай.

Бесәй менән сысҡан осрашып, серләшкәндәр.

Ҙур файҙа бар зонтиктан ямғырҙа.

Көсөк асты китабын.

Һүрәттәр күп китапта:

Карап, киттар, акула

Океанда йөрөйҙәр.

Күп нәмә күрҙе көсөк.

Хатта ҡырҡ аяғы! бар ҡырғаяҡтың!

Ҡырғаяҡтың ҡырҡ аяғында ҡырҡ ойоҡбаш.

Приложение № 1

Сыйырсыҡ

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,

Ояңдан осоп сыҡ.

Осоп сыҡ, сыйырсыҡ,

Күршеңде күреп сыҡ,

Осоп сыҡ, сыйырсыҡ.

* Цилиндр кейгән клоун

Циркта шаҡ ҡатыра.

Бер центнерлыҡ гер күтәреп,

әйләнә ул батырға,

йә целлофан тоҡсайға ла

көсө етмәй аҡыра.

* Циркта ҡыҙыҡ хәлдәр,

Унда клоун телдәр.

* Өйгә ингән сәпсек,

Осоп йөрөй сып-сып.

Сәпсек, сәпсек,

Сыҡ, сәпсек.

Осоп сыҡ, сәпсек,

Осоп сыҡ, ҡошсоҡ

* Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

Сәй эсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй – сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

Сәй эсеү

* Әсәй, өләсәй, ейәнсәр,

Өсәүләп сәй эсәләр.

Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

Самауырға күсәләр. (Балалар фольклоры)

* Әсәй, өләсәй, ейәнсәр,

Сәксәкләп сәй эсәләр.

Эсмәҫ саҡта эсерһең,

Сәскәле шул кәсәләр.

* Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,

Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

Һинең баҫҡан эҙҙәреңә

Мин килтереп баҫам.

* Шакирҙың шары

Шарт итеп шартланы.

Шакир шуға ҡарап,

Шаҡ ҡатты.

* Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

*

“Биш”-ле билдә, “биш”-ле билдә,

“Биш”-ле билдә бик шәп шул.

“Биш”-кә уҡып, тырышып,

“Биш”-ле генә алам шул.

* Ашлыҡтар үҫте,

Башаҡтар беште,

Ҡояш бешерә,

Тиргә төшөрә.

* Беҙ-беҙ-беҙ – беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Баҙға төштөк,бал ашаныҡ,

Баҙға төштөк, май ашаныҡ.

* Беҙ, беҙ,беҙ, беҙ

Беҙ, беҙ, беҙ генә.

Бармағыбыҙ төҙ генә.

Ҡул ҡанатын ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Билде алға бөгәбеҙ,

Шунан инде сүгәбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ.

Тәрән һулыш алабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына.

Һәм тыңлайбыҙ тын гына.

* Ҡара ҡарға

Ҡарҙан бара.

Ҡанаттарын ҡаға – ҡаға.

* Алланған алма аша

Балдары тама-тама.

Аша алһыу алманы

Балына мана-мана.

* -ңө - ңө - ңө - ана айыуҙың өңө,

- нө - нө - нө - үкерә көнө төнө,

- ңы – ңы – ңы - өңө уның өр-яңы

- Нө - нө - нө - тығылырмы икән өнө?

- ңы – ңы – ңы – етер уянмаҫ таңы.

- нә - нә - нә - һунарсының күҙенә

Ғы – ғы – ғы – күренмә, йоҡлар тағы.

* Зың – зың – зың – зыңлаған ҡыңғырау.

Зыр – зыр – зырлама, бында оҙаҡ торлама.

* Ҙа-ҙа-ҙа - ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?

Ҙы-ҙы-ҙы - ҡаҙҙар йылғаға барҙы.

Ҙә-ҙә-ҙә - рәхәтләнеп эй йөҙә.

Ҙы-ҙы-ҙы – ҡыумағыҙсы ҡаҙҙарҙы.

* Сысҡан сыр тапҡан

Сысҡан сыр тапҡан

Сысҡан сырылдай,

Сысҡан сыр сәйнәй,

Сысҡан асыҡҡан,

Ә сыры, сыры

Булған балсыҡтан.

Сысҡан сырылдай

Шуға аслыҡтан.

* Тәгәрмәс

Тәгәрмәс Тәгәрмәсте

Тәгәрәй ҙә Тәгәрәтә

Тәгәрәй. Шат Гәрәй.

Использованная литература

1.Ғәләүетдинов И. Ғ. Балалар фольклоры. Өфө: «Китап»,1997.

2.Туғыҙбаева Ф. Х.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ. Өфө: “Китап” 2008.

ГБОУ УСКОШИ №8 VIII ВИДА





Дата публикования: 2015-11-01; Прочитано: 2925 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!



studopedia.org - Студопедия.Орг - 2014-2024 год. Студопедия не является автором материалов, которые размещены. Но предоставляет возможность бесплатного использования (0.014 с)...