Главная Случайная страница Контакты | Мы поможем в написании вашей работы! | ||
|
- Ира –ира – ира – бына килә Сабира
- ира – ира – ира – кранды бора Сабира.
- Ира –ира – ира – роза үҫтерә Сабира.
- Ура –ура– ура - яҡшы уҡыр Байсура.
- Ура – ура – ура - өйҙәр төҙөр Байсура.
- Ура – ура – ура – өйҙәр биҙәр Байсура.
***
Бүрәнәлә ултырабыҙ,
Йырҙар йырлайбыҙ.
Бүтәндәр менән бергә
Мин дә йырлайым.
***
Көрәк ҡар көрәгән,
Көрәгән дә көрәгән,
Ятып алырға булған,
Сөнки хәлдәре бөткән.
***
Һары салбар кейгән Барый,
Барыйға ҡарай Батыр.
Салбары ла салбары
Салбарға төшкән тары.
***
“Дүрт”-кә уҡый Кәбирә,
“Дүрт”-ле лә яҡшы билдә.
Дәртләнеп һәм тырышып,
“Дүрт”-тәр, “биш”-тәр алыр ул.
***
Сумкаһында көнгөрә
Балаларын йөрөтә.
Балаларын көн буйы
Шаярта ла, һикертә.
***
Торна торнаға тырма эшләгән,
Торнаға торна тырманы биргән:
-Бесәнде, торна, тырмала, әйҙә.
***
Тумыртҡа урманда туҡылдай:
Ағастарҙы дауалай.
Ағас ҡорттарын сүпләп,
“Доктор” исемен яулай.
Тиҙәйткестәр
Һоро һарыҡтар
Барабан һуҡҡандар,
Ҡарамай һуҡҡандар,
Маңлайҙарын ярғандар.
Күркә күп көрпә ашап көрәнәйгән.
Биргән Рамаҙан Рәмилгә арба,
Рәмил Рамаҙанға биргән торба.
Л] өнөнә телшымартҡыстар
Арыҫлан
Лан-лан-лан - бына арыҫлан,
Ҫал-ҫал-ҫал - арыҫлан уҫал,
Лө-лө-лө – арыҫлан көслө,
Лан-лан-лан - ялбыр яллы арыҫлан.
***
Бала
Ла – ла – яғымлы бала,
Ла – ла – ла – аҡыллы бала,
Ла – ла – ла – ултыра бала,
Ла – ла – ла – шатлана бала.
***
Юл – юл – юл - юлбарыҫ беҙгә килгән,
Юл – юл – юл – юлда тора юлбарыҫ,
Ал – ал – ал – юлбарыҫ уҫал икән,
Юл – юл – юл – юлбарыҫтан мин ҡурҡам.
***
Ла – ла –ла – буйлыҡай юла,
Ла – ла –ла –әйләнә юла,
Ла – ла –ла – йыр йырлай юла,
Ла – ла –ла – шатлана бала.
***
Лаҫ – лаҫ – лаҫ – иҙәндә балаҫ,
Лын – лын – лын – балаҫ бик ҡалын.
Лы – лы – лы – балаҫ бик йылы.
Ла – ла – ла – балаҫта уйнай бала.
***
Ла – ла –ла – алыҫта ҡала.
Ла – ла –ла – йоҡлай бала,
Ло – ло –ло – был кеше оло.
Мыл – мыл - мыл – Лулу исемле маймыл.
***
Олатай алма бүлгән:
Бер өлөшө - Алһыуға,
Бер өлөшө - Булатҡа,
Бер өлөшө - Ямалға.
Олатайға ҡалмаған.
***
Салауат алма
Ҡойған юлға.
Хәҙер ҡапҡаға
Алмалы юлдар бара.
***
Алма бешә баҡсала.
Алһыу йыйырға сыҡҡан.
Алтмыш алма йыйған ул,
Алмағаста ҡалғаны.
***
Ишек алдын һаҡлай
Уҫал Алабай.
***
Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан күрә.
***
Салауат хыяллана үҫкәс пилот булырға.
Тиҙәйткестәр
Алсын баҡсалағы алмағастан алмалар алды.
Балыҡсының балығы балсыҡҡа буялды.
Былтыр Алмас алмағастан алтмыш алдыр алма алды.
Нөнә телшымартҡыстар
Лаҫ – лаҫ – лаҫ – йылы балаҫ,
ҫаҡ – ҫаҡ – бейек уҫаҡ
ҫал – ҫал - юлбарыҫ уҫал,
бәҫ – төҙрәлә бәҫ,
ҫә - ҫә - тәрән кеҫә,
ҫы-ҫы-ҫы – тел яҫы.
ҫәм - ҫәм - ҫәм - тәрән минең кеҫәм.
***
Баҫ – баҫ – баҫ – баҫма киң,
Таҫ – таҫ – таҫ – таҫма бик матур,
Таҫ – таҫ – таҫ – таҫтамал йомшаҡ.
***
Баҫҡысҡа баҫҡан Басир,
Алыҫҡа ҡарай Басир.
***
Дуҫ
Дуҫ –дуҫ– бик шәп дуҫ.
Дуҫ – дуҫ - бейеүсе икән дә дуҫ.
ҫа – ҫа – ҡайһылай матур баҫа.
***
Таҫ – таҫ - таҫ – таҫтамал йомшаҡ.
Өҫ - өҫ - өҫ - өҫтәл бик иҫке,
Баҫ – баҫ - баҫ – баҫмаға баҫам,
Үҫ – үҫ – үҫкән бейек уҫаҡ,
Өҫ - өҫ - өҫ - өҫтәлдә таҫма.
Ндәре
Кеҫәртке менән ҡыҫала дуҫлашҡан.
Кеҫәртке ерҙә йөрөй.
Ҡыҫала һыуҙа йөҙә.
Нөнә телшымартҡыстар
Ҙа – ҙа – ҙа – ҡаҙҙар киткән һуң ҡайҙа?
Ҙа – ҙа – ҙа – ҡаҙҙар йөҙәләр һыуҙа.
Ҙы – ҙы – ҙы – Ҡәҙим ҡыуа ҡаҙҙарҙы.
Ҙар – ҙар – ҙар – ҡаҙҙар һыуҙан сыҡмайҙар.
***
Ҙар – ҙар – ҙар - аҡыллы беҙҙең ҡыҙҙар,
Мыҙ – мыҙ - мыҙ – ҡыҙҙар бешәләр ҡымыҙ,
Мыҙ-мыҙ-мыҙ – бик тәмле икән ҡымыҙ.
Мыҙ-мыҙ-мыҙ –файҙалы ла һуң ҡымыҙ.
***
Беҙ-беҙ-беҙ – беҙҙең Айҙар аҡыллы,
Ҙә – ҙә - ҙә - таҙалыҡ беҙҙең өйҙә.
Ҙа – ҙа – ҙа – быҙау тора һарайҙа,
Ҙа – ҙа – ҙа – ҡаҙҙар йөҙәләр һыуҙа,
Ҙаҡ – ҙаҡ – ҙаҡ –ҡырҙа оса һағыҙаҡ.
Тиҙәйткес
Беҙҙең үгеҙҙең мөгөҙҙәре ҙур,
Мөгөҙҙәре ҙур беҙҙең үгеҙҙең.
Дата публикования: 2015-11-01; Прочитано: 1459 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!