Главная Случайная страница Контакты | Мы поможем в написании вашей работы! | ||
|
***
Се-се-се – серәкәй тешләй әсе.
Се-се-се – серәкәйҙе кем күрҙе?
Се-се-се – серәкәйҙе күрмәнек.
Се-се-се – серәкәй осоп киткән.
Се-се-се – серәкәй ҡайҙа осҡан?
***
Сәй – сәй – сәй – Сәлим эсә сәй.
Рес – рес – рес – беренсе дәрес.
Сы – сы – сы – осраны юлда юлсы.
Ныс – ныс – ныс – Сәғит бөгөн бик тыныс.
***
Рыс-рыс-рыс - балыҡсы тотто бурыс.
Рәс– рәс – рәс – сәрелдәй беҙҙең бәрәс,
Сы – сы – сы – суртан тотҡан балыҡсы,
Сын – сын – сын – күктә ыласын,
Са – са – са – самолет күктә оса,
Са-са-са – бесәйҙән сысҡан ҡаса,
Са-са-са – ыласын күктә оса.
Сәй-сәй-сәй – мырылдай бесәй,
Сәй-сәй-сәй – эсәм тәмле сәй.
***
Ҡус-ҡус-ҡус – ҡустым минең бик көслө,
Сол – сол – сол – Солтан ағасты быса,
Сы – сы - сы – сынаяҡтан сәй эсәм.
***
Асҡыс ҡуйҙым йоҙаҡҡа,
Ишегемде асырға.
Ишегемде астым мин,
Асҡысымды алдым мин.
***
Салбар кейгән Салауат.
Салбарында өс ямау.
***
Сысҡандар! Бесәйгә ҡамасауламағыҙ себендәрҙе тоторға.
***
Себендәр осалар,
Серәкәйҙәр осалар,
Ҡарлуғастар осалар,
Һыуҙа йөҙә суртандар.
***
Эҫегән мейес,
Мейестә сысҡан
Бешерә күмәс,
Бешерә ҡалас.
***
Сы-сы-сы – сығарған тауыҡ себеш,
се-се-се – себештәр сип – сип килә.
Са – са – са - ә сысҡан себештәргә
Күс – күс – күс - күстәнәскә сыр биргән.
***
Сөк-сөк-сөк – көсөк менән әсәһе
Сәй – сәй – сәй - сәй эсергә булғандар.
Са-са-са – саҡырғандар сысҡанды,
Са-са-са – саҡырғандар бесәйҙе,
Сә-сә-сә - күмәсләп сәй эсәләр.
***
Сысҡанды һәйбәт тотҡан
бесәй бирҙем Сараға.
***
Сибәр тауыҡ себештәргә сәй эсерә,
сыбар әтәс һаҡлап тора.
***
Сынаяҡтан сәй эсәләр
Сысҡан менән бесәйҙәр.
Эсәләр сәксәк менән,
Сыр ҙа колбаса менән.
***
Сыбар әтәс,
Кейеп кәпәс,
Салғы алған,
Бесән сапҡан.
***
Сысҡандар сырылдап
Бесәйҙе ҡурҡытҡан.
Бесәй ҡасҡан өйөнән,
Сысҡандар көлөп ҡалған.
***
Сәйханала сысҡандар
Сәксәкләп сәй эсәләр,
Сәксәктәре бөткәнсе,
Самауырҙы йыҡҡансы.
Ш – С
Сысҡан бәпесенә шыбырлай:
-Ҡыштырлама, шым ултыр.
Бәпесе - әсәһенә:
-Шымыраҡ ҡыштырлармын.
Тиҙәйткестәр
Хәсән соланға ташый бесән, бесәндә йоҡлар Хәсән.
Самат менән Сибәғәттең соланында ауыҙын асҡан суртан ята.
Өс көсөк сикәләрен терәшеп соланда сеүәтәнән сәй эсә.
З] өнөнә телшымартҡыстар
За-за-за – Замир вазаны ярған,
Зәң -зәң-зәң - зәңгәр замок күлдәктә,
Зе-зе-зе – зебра атҡа оҡшаған,
Зон-зон-зон – зонтик тотҡан Зөлфиә,
Зо-зо-зо – зоопаркта зубр бар,
Зәң -зәң-зәң - зәңгәр зонт тотҡан кәзә,
Зәң - зәң - зәң - зәңгәр сәскә вазала,
Зи-зи-зи – зирәк тә һуң беҙҙең Назар,
Зың-зың-зың – зың-зың итә ҡыңғырау,
Зал – зал – зал – залда үҫә ҙур сәскә,
За – за – за - завод беҙҙең шәп,
За – за – за – заман шәп,
Зы – зы – зы – зыян булмаһын.
***
Буз-буз-буз – магазинда күп ҡарбуз,
Зә-зә-зә - ҡарбуз ярата кәзә,
Зә-зә-зә - зоопаркта кәзә,
Рыз-рыз-рыз – эшләнек туҙҙан тырыз.
***
Зебра Зифаға зарланған
Зонтигы булмауына.
Ц] өнөнә телшымартҡыстар
Цы –ц ы - цы – циркка барабыҙ,
Цы –ц ы - цы – циркуль түңәрәк яһай,
Цы –ц ы - цы – цилиндр кейгән ағай,
Це-це-це – центнер он.
Цикл-цикл-цикл – мотоцикл
***
Клоун циркта цилиндр кейеп йөрөй.
Дата публикования: 2015-11-01; Прочитано: 1013 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!