Главная Случайная страница Контакты | Мы поможем в написании вашей работы! | ||
|
Ша – ша – ша – аш таша.
Шә - шә - шә - аш бешә.
Шат – шат – шат – аш бешерә Ришат.
шан – шан – шан - аш ашай Рушан.
Аш – аш – аш – тәмле икән аш.
Аш – аш – аш – ҙур үҫтерә аш.
***
Ша – ша – ша – Шамил таҡҡан йылы шарф.
Баш – баш – баш – йомшаҡ ойоҡбаш.
Шы – шы - шы – яланда мышы.
Шы – шы – шы – урманда йәшел шыршы.
***
шәк – шәк – шәк – яй йөрөй ишәк.
шыҡ – шыҡ – шыҡ – ялтырай ҡашыҡ.
леш – леш – леш – бешерәм бәлеш.
леш – леш – леш – ашайым бәлеш.
уыш – уыш – уыш – шым ғына тауыш.
Шәм – шәм – шәм – яна шәм,
Шаҡ – шаҡ – шаҡ – яланда башаҡ,
Мыш – мыш – мыш – йылғала ҡамыш
Шы – шы – шы – ҡоштоң суҡышы,
Уыш – уыш – уыш – урманда ҡыуыш.
***
ша – ша – ша - Шамилдең шары йәшел.
шәм – шәм – шәм - Шәмсиәнең шәле шаҡмаҡ.
шал – шал – шал - шалҡан үҫтерә Ришат.
ҡош – ҡош – ҡош - ҡоштар ашата Рушан.
***
Ши – ши – ши – шиғыр уҡый Шәмсиә,
Шәп - шәп - шәп – шәп тә һуң беҙҙең Рәшит,
Шиш – шиш – шиш – шишмәгә бара Шәһит.
Шә - шә - шә - шәкәр бик шәрбәт икән.
***
Эш-эш-эш – эшләпә кейҙем,
Биш-биш-биш – “биш”-кә уҡыйым,
Шиш- шиш-шиш – шишмәгә барам.
Шал – шал – шал – шалҡан ашайым.
***
Шәм-шәм-шәм – Кәшифәгә шәм,
Шар-шар-шар – Шамилға мышар,
Шер-шер-шер - Шәүрәгә кишер.
Шар-шар-шар – Миләүшәгә шар.
***
Таш ташлайым,
Шар өрәм,
Машина ла йөрөтәм,
Шаярам да уйнайым.
***
Эшләпә башты эшләтә,тип
Шәкүр эшләпә кейгән.
Эшләпәһе шәп икән,
Бәшмәктәр төшкән икән.
***
Эшләпәле бәшмәктрҙе
Йәшниктәргә һалғандар.
Йәм-йәшел машинаға
Йәшниктәрҙе ҡуйғандар.
***
Шәкүр шәкәр күп ашай.
Шәрбәттән теш ауырта.
***
Шыбырлап ямғыр яуа,
Бәшмәктәр бик шәп үҫә.
***
Шалҡан, кишер, һуғанды
Шәүрә үҫтерә икән.
Төрлө йәшелсәләрҙән
Аштар бешерә икән.
Тиҙәйткестәр
Мышы мышар ашаған, щәщке шәкәр ашаған.
Рәшиҙә бишбармаҡ бешергәндә биш бармағын бешергән.
Шашка, шахмат уйнап Шамилдең башы шаңҡыған.
Р] өнөнә телшымартҡыстар
*ҙар-ҙар-ҙар - рамды буяй малярҙар.
* Рә - рә - рә - тортты кондитер бешерә.
*Бар – бар – бар – ер аҫтында метро бар.
*Ра – ра –ра – Рома метрола бара.
*Мор – мор – мор – йыйған Рушан мухомор.
*Ҙар – ҙар – ҙар – мухоморҙы йыймайҙар.
*Ҙар – ҙар – ҙар – бына түңәрәк шарҙар.
*Ҙар – ҙар – ҙар – төрлө шарҙар алырҙар.
***
Барый себештәр ҡараған,
Дүртәүһен ҡарға алған.
***
Рад – рад – бына виноград,
Рад – рад – шәрбәт виноград.
Ры – ры – виноградтың суҡтары,
Рад-рад - мин яратам виноград.
***
Ыр – ыр – ыр – һары самауыр.
Ор – ор – ор – үҫтер помидор.
Рыҡ – рыҡ- рыҡ – баҡыра һарыҡ.
бир – бир – бир – тырма миңә бир.
Фир – фир – фир – Сараға бирәм кефир.
Йыр-йыр-йыр – урманда йөрөй һыйыр,
Ре- ре- ре – һыйырҙың мөгөҙҙәре,
Йыр-йыр-йыр – һөт бирә беҙгә һыйыр.
***
Шар – шар - шар – шар һары төҫтә,
Шар шар-шар – шарҙы мин өрҙөм.
Шар- шар-шар – шарҙы осорҙом.
Шарт-шарт-шарт – шартланы шарым.
***
Тор – тор - тор – дырылдай мотор,
Нур – нур - нур – бына һиңә шнур,
Сыр – сыр - сыр – сысҡандарға сыр.
***
Ур-ур-ур - урманда йәшәй терпе.
Тер-тер-тер – терпе энәле,
Тер-тер-тер – терпене күргем килә,
Тер-тер-тер – терпе өңөнә кергән.
***
Тәлмәрйен һикерәндәй,
Күҙкәйҙәре башында.
Серәкәйҙәр, себендәр
Тәлмәрйендән ҡасҡандар.
***
Тырма – тырмаларға,
Көрәк – көрәргә,
Һепертке – һеперергә,
Бысҡы – бысырға.
Ҙур-ҙур эштәр эшләргә
Бөтәһе лә бик кәрәк.
***
Иртә менән һарыҡтар
Һуғалар барабандар.
***
Тараҡан артынан бөжәктәр,
Серәкәй артынан әтәстәр
Теҙелгәндәр бер рәткә,
Сафта атлап йөрөргә.
***
Дата публикования: 2015-11-01; Прочитано: 1053 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!