Студопедия.Орг Главная | Случайная страница | Контакты | Мы поможем в написании вашей работы!  
 

сәүләшеп ҡосаҡлашалар. Мәҙинә килеп керә. Ҡулында ҙур сумка



М ә ҙ и н ә. Бына, мин дә килеп еттем!

Т и м е р б ә к. Бында йәшәргә тип, килдеңме әллә?

М ә ҙ и н ә. Бәй, һинең менән ауылға китәм!

Т и м е р б ә к. Мин Нурсиләгә өйләнәм!

М ә ҙ и н ә. Тағы сумкаларымды күтәреп ҡабат ҡайтып китәйемме?

Н у р с и л ә. Мәҙинә, мин һиңә фатирымды ҡалдырам. Йәшәп тор. Баларыңды һағынһаң барып күрерһең.

М ә ҙ и н ә .(Киҫкен). Кәрәкмәй миңә һинең фатирың! Мин бит һине киҫәттем, Нурсилә! Минең юлыма төшмә, тинем! (Тимербәккә күрһәтеп). Беренсе балаңды атайһыҙ тапҡаныңды беләме ул ә?! (Тантана итә).

Н у р с и л ә. Мәҙинә!.. Һин беләһең бит нисек булғанды!

М ә ҙ и н ә. Эйе! Һуңынан ҡайҙалыр алып барып олаҡтырып ҡайттың. Йәш иргә барғас бала ҡамасауланымы? Әллә уға ла әйтмәнеңме?

Н у р с и л ә. Ирем Юлайҙы яратты. Уның башында гематома барлығы асыҡланғас Новосибирскийгә йүнәлтмә алырға ярҙамлашты.

М ә ҙ и н ә. Уға инде! Егет көйө балалы бисә алмаһа, уға ҡыҙҙар бөткән инеме?

Т и м е р б ә к. Мәҙинә!..

М ә ҙ и н ә. Нимә, Мәҙинә?.. Башта һин миңә күҙ һалған инең бит, ни эшләп Нурсилә?!

Т и м е р б ә к. Мин һиңә аңлаттым бит.

М ә ҙ и н ә. Ә минең аңлайһым килмәй! Беләһегеҙме! Аңлайһым килмәй! (ярһый). Ғүмеремдең эсендә Нурсиләнән уҙып уның янында миңә күҙ һалдылар тиһәм... Ялған!... Уныһы ла оҙаҡҡа түгел. Күрә алмайым мин һине, Нурсилә, күрә алмайым! Ғүмерем буйы юлыма арҡыры төштөң! Бөтә арыу егеттәр иң беренсе һиңә күҙ һалдылар, уҡығанда ла һине генә күрҙеләр. Ә минең ҡайһы ерем кәм?...

Н у р с и л ә. Юҡ, Мәҙинә, һис кәм түгел!

М ә ҙ и н ә. Шулай булғас! Әхмәт тә минең яратҡанымды белә тороп, һинең арттан йүгерҙе. Барыбер бергә була алманығыҙ! Уның килгән хаттарын мин алып, һине кейәүгә сыҡты тип, яуап яҙҙым, уны өйләнгән тип, хәбәр тараттым.

Н у р с и л ә. Нисек?!.. Һин?..

М ә ҙ и н ә. Эйе, мин! Һине эҙләп ятаҡханаға ла килгән ине, хатта. Әле Һаман һине һораша бит әле ул.

Н у р с и л ә. Һин минең иң яҡын әхирәтем инең бит! Ниндәй зыяным тейҙе һуң?

М ә ҙ и н ә. Шул кәрәк Һинең кеүек асыҡ ауыҙҙарға...

Һүҙен әйтеп бөтөрмәй, Тимербәк уның сумкаһын тоттороп, елтерәтеп сығарып ебәрә.

Т и м е р б ә к. Бынан һуң ундай әхирәттәр һине борсомаҫ!

Н у р с и л ә. Нимә булған был Мәҙинәгә? Һис тә элекке Мәҙинәгә оҡшамаған, әллә алыштырып ебәргәндәр инде.

Т и м е р б ә к. Юҡ, ул элек тә шулай булған. Тик һин уны күрмәгәнһең.

Н у р с и л ә. Рәхмәт һиңә,Тимербәк!

Т и м е р б ә к. “Уф та тимәйбеҙ!”

И л һ а м. Атай! Ә һеҙ нисек килеп таныштығыҙ ул?

Тимербәк менән Нурсилә көлөп ебәрәләр.

Т и м е р б ә к. Мин бит ҡоҙаларға киләм тип, таксист урыҫ булғас Хоҙайбирҙе урамын руссаға әйләндереп Богданов урамы тип әйттем дә, ошонда килеп юлыҡтым. (Көләләр)

И л һ а м. Бигерәк ҡыҙыҡ булған икән.

Н у р с и л ә. Әлдә ысын ҡоҙа булып сыҡманы әле. Хоҙай һаҡлаған.

Бына шулай. Уйламаған-нитмәгәндә адресты урыҫсаға әйләндереп яҙмышыбыҙҙы ла үҙгәртеп ҡуйҙыҡ. Хоҙайҙың хикмәтелер был.

Яңғыҙлыҡтан ҡотолоу юлы – яңғыҙҙарҙың ҡулында! Хоҙай тарафынан бирелгән аҙ ғына ғүмерҙәребеҙҙе яңғыҙ зарығып үткәрмәһәк ине. Ошо фани донъяларҙа кемгәҙер кәрәк булып, кемдеңдер ҡайғыртыуын тойоп йәшәүе үҙе бәхет.





Дата публикования: 2015-10-09; Прочитано: 195 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!



studopedia.org - Студопедия.Орг - 2014-2024 год. Студопедия не является автором материалов, которые размещены. Но предоставляет возможность бесплатного использования (0.008 с)...