Студопедия.Орг Главная | Случайная страница | Контакты | Мы поможем в написании вашей работы!  
 

Ишектә звонок



Бә-ә-й! Кем булыр икән, Хоҙайҙың рәхмәте!? Инегеҙ!

Тимербәк керә. Ул ауылса кейенгән теремек кенә ҡарт. Ҡулында ҙур ғына сумка, башында эшләпә.

Т и м е р б ә к. Здрасте! Сваты тут живут?

Н у р с и л ә (аптырап ҡала). Тут живут, тут!

Т и м е р б ә к (сумкаһын ултырта, эшләпәһен һала, күрешергә ике ҡулын һуҙа). Это Тимербәк ҡоҙа будет. Мой сын бит, ваш жених!

Н у р с и л ә. Шулаймыни? Мин – Нурсилә ҡоҙағыйығыҙ булырмын. Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!

Т и м е р б ә к (аптырап ҡарай). Вәт әй! Ҡалала башҡортса белмәйҙәр тип әйтәләр, ҡайһылай матур һөйләшәһегеҙ!

Н у р с и л ә. Беләм дә ул. Тик, һөйләшергә кешеһе генә юҡ!

Н у р с и л ә. Нисек килеп еттегеҙ?

Т и м е р б ә к. “Уф”, - та тимәйбеҙ! Елдереп. Хәҙер урам тулы такси икән, автовокзалда уҡ уратып алдылар.

Н у р с и л ә. Аҡсаң ғына булһын, аҙығын да фатирға килтереп

бирәләр.

Н у р с и л ә. Эй! Юлдан килгән кешене һүҙ менән һыйлайым, асыҡҡанһығыҙҙыр! Хәҙер ашарға әҙерләйем, былау бешергән инем, хәҙер сығарам. (Ҡабаланып сығып китә).

Т и м е р б ә к (фатирҙы ҡарап сыға). Нисауа! Фатиры ла ҙур ғына икән ҡоҙағыйҙың, теге яҡта тағы бер бүлмә күренә. Тик ҡарсығым ғына улыбыҙҙың ҡатынын да, ҡоҙағыйҙы ла күрә алманы. (Йылмайып). Ҡоҙағый ҙа нисауа ғына күренә. (Сумкаһынан күстәнәстәр алып өҫтәлгә ҡуя, көҙгөгә ҡарап сәстәрен тарай, костюмын һалып ултырғыс башына элә, ҡабат алып кейә). Ҡуй, костюм менән ултырайым, интелегентныйыраҡ булһын.

Нурсилә сыға. Ул яңы күлдәк кейгән, яулығын сискән. Йөҙөнән нур балҡыта, теремекләнеп киткән. Ҡулында батмус менән ашамлыҡтар. Ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә, сәй яһай.

Н у р с и л ә. Эй ҡоҙа! Шул тиклем күстәнәстәр алып килмәһәң?

Т и м е р б ә к. Барынса инде, ҡоҙағый, ауылса.

Н у р с и л ә. Ауыл күстәнәстәре танһыҡ инде ул минең өсөн. Ҙур рәхмәт! Әйҙә, ҡоҙа! Етеш барынан.

Т и м е р б ә к. Бер бәләкәй малай ҙа алған инем, рөхсәт итһәң?

Н у р с и л ә. Әлбиттә. Ҡайҙа ҡалдырҙың һуң уны?

Т и м е р б ә к (сумкаһынан бер сикүшкә сығара). Бына. (Өҫтәлгә ҡуя).

Н у р с и л ә (көлә). Аптыраттың бит. Мин ысынлап та берәй бала менән килдеңме тип торам. (Стенканан алып рюмка ҡуя).

Т и м е р б ә к (сикүшкәһен аса, рюмкаға араҡы ҡоя). Тағы берҙе ал!

Н у р с и л ә. Мин ни бит әле... мин эсмәйем!

Т и м е р б ә к. Ярай! Осрашыу хөрмәтенә берәйҙе генә.

Н у р с и л ә. Юҡ, ҡоҙа! Асыуланма! Өйөмә ундай әйбер кергәне юҡ ине, тәүгеһенән килгән ҡоҙа булғанға ғына асыуланмайым.

Т и м е р б ә к. (шешәне алып ҡуя, стакандарға ҡымыҙ ҡоя) Ярай, улайһа, ҡымыҙ ғына эсәйек!

Н у р с и л ә. Ҡымыҙ эсергә була.

Т и м е р б ә к. Әйҙә, ҡоҙағый! Беҙҙең осрашыу һуңғыһы булмаһын! Балаларҙың шатлыҡтарын күреп, бергә йәшәргә яҙһын! “Уф”, - та тимәйбеҙ! (Эсәләр).

Н у р с и л ә. Ҡымыҙ күңелдәрҙе күтәрә бит ул!

Т и м е р б ә к. Ашап ал, ҡоҙағый. Бына ауыл ҡорото, ҡаймағы.

Н у р с и л ә. Рәхмәт, ҡоҙа, рәхмәт!

Т и м е р б ә к. Ҡымыҙҙың файҙаһы ла күп уның, ата-бабалар юҡҡа яһамағандар инде уны.

Н у р с и л ә. Шулай шул!

Т и м е р б ә к. Үҙең нисек?.. Яңғыҙ йәшәйһеңме?..

Н у р с и л ә. Эйе. Ҡартымдың үлгәненә лә 20 йыл булып китте инде. Ҡыҙым институт бөттө лә Себер китте. Яңғыҙмын шул! Эй яңғыҙмын! Үҙ уйҙарым менән япа-яңғыҙ! Хет ҡысҡырып оло, бер кем дә ишетмәй.

Т и м е р б ә к. Шулай шул. Мин дә ҡарсығым үлгәне бирле яңғыҙ йәшәйем. Оло ҡара өй, ҡаралты тулы мал-тыуар, 30 сутый баҡса. Йәй буйы башты күтәреп тә булмай. Эш тә эш.. эш тә эш... Эш бөткәс ҡайҙа барып бәрелергә лә белеп булмай, ярай әле йыуанырға мал-тыуар бар.

Н у р с и л ә. Ярай һинең мал-тыуарың бар. Ә минең?... Көнө буйы телевизор ҙа радио.

Т и м е р б ә к. Кисен ятҡас йоҡлап булмай бит әле.

Н у р с и л ә (мәғнәле итеп). Ни эшләп?..

Т и м е р б ә к. Уйландыра...

Н у р с и л ә. Нимә уйлайһың һуң?.. Этлек уйлап ятаһыңмы әллә? (Икенсе бармағы менән “ярамай” – тигән шикелле ишара яһай).

Т и м е р б ә к. Әйҙә әле, ҡоҙағый, икәү итәйек. (Уның ҡулына

ҡымыҙ тоттора, эсәләр).

Н у р с и л ә. Был ҡымыҙ әллә башыма сыҡты инде. Йырлағым килеп китте.

Т и м е р б ә к. Йырла! Уның ни ояты бар?

Н у р с и л ә. Ҡуйсы! Оялам.

Т и м е р б ә к. Бына инде, йәш ҡыҙҙар шикелле.

Н у р с и л ә. Үҙең йырла булмаһа.

Т и м е р б ә к. Стенкала гармун күргән инем, үҙең уйнамайһыңдыр бит.

Н у р с и л ә. Ҡартымдан ҡалған ине, эс бошҡанда үҙем дә уйнап алам. Алып бирәйемме?

Т и м е р б ә к. Ҡайҙа, уйнатып ҡарайыҡ.

Нурсилә гармун алып Тимербәккә тоттора. Тимербәк телдәренә баҫҡылап ҡарай ҙа уйнап ебәрә,йырлай. Нурсилә әҫәрләнеп тыңлай. Мәҙинә инә. Уны күрмәйҙәр. Ул быларға аптырап баҫып тора. (Татар йырсыһы Ильгиз Шакуровтың “Әниемә” йырының көйөнә).

Күңелдәргә һеңеп ҡалған

Йәшлектәге йыр-моңдар.

Өҙөлөп-өҙөлөп йырлаһам да

Мине хәҙер кем тыңлар?

Ниңә иртә ташлап киттең,

Йәнейем-йәнекәйем?

Яңғыҙ башым йәм тапмайым,

Өҙөлә бәғеркәйем.

Балаларҙың үҙ тормошо,

Улар минән йыраҡта.

Ҡарай-ҡарай күҙҙәр тала

Улар ҡайтаһы яҡҡа.

Күңелдәргә һеңеп ҡалған

Икәү йырлаған йырҙар.

Ниңә шулай беҙҙе иртә

Айырҙы икән юлдар?

Ну р с и л ә (күҙҙәрен һөртә). Эй, ҡоҙа! Бигерәк моңло йырланың. Күңелем йомшарып китте.

М ә ҙ и н ә. Һаумыһығыҙ!..

Н ур си л ә. Бәй, әхирәт!.. Күрмәй ҙә торам! Ҡасан килеп керҙең ул?

М ә ҙ и н ә. Шаҡып ҡараным, асҡан кеше юҡ. Этәгән инем ишек асылды ла китте. Ғәфү итегеҙ! Йырға әҫәрләнеп иҫәнләшергә лә онотоп торам.

Н у р с и л ә. Әйҙә! Түргә үт! Бәхетленең ҡунағы бер юлы, - тиҙәрме әле. Какрас килдең. Өҫтәлгә рәхим ит!

М ә ҙ и н ә. Ярай. (Өҫтәл янына килеп сумкаһынан төйөнсөк сығара ултыра). Бына, әхирәт, ҡоймаҡ бешергән инем, ауыҙ итегеҙ! (Тимербәк уға иғтибар менән ҡарай, ул ҡыйынһынып китә, Нурсилә уларға һынсыл ҡараш ташлай).

Н у р с и л ә. Әхирәт! Таныш бул, был минең ҡоҙам – Тимербәк була. Әле генә килеп тора .(Тимербәккә). Ҡоҙа таныш бул, минең әхирәтем – Мәҙинә.

Т и м е р б ә к (йырлай). Мәҙинәм – гөлкәйем! Һинең иҫеңдә лә юҡ бәғеркәйем! Бик яҡшы. (Нурсиләгә). Әхирәтең бик оялсан икән. Ҡыҙҙар! Һеҙ серләшә тороғоҙ, мин үҙемдең сәйҙе эсеп киләм. (Кеҫәһенән тәмәке алып сығып китә).

М ә ҙ и н ә. Ваҡытһыҙ килдем буғай.

Н у р си л ә. Юҡты һөйләмә! Һинең өсөн ишегем һәрваҡыт асыҡ!

М ә ҙ и н ә. Рәхмәт, әхирәт! Яңылыш килеп керҙем тип торам.

Н у р с и л ә. Ниңә, әхирәт?

М ә ҙ и н ә. Йәшәреп киткәнһең, матур күлдәк кейгәнһең, яңы мебель алғанһың, яңы ҡоҙа...

Н у р с и л ә. Ҡоҙа – эште боҙа, - ти. Нимә?! Минең ҡоҙаға күҙең төштөмө әллә?..

М ә ҙ и н ә. Ҡуйсы, әхирәт. Миндә ҡоҙалар ҡайғыһы юҡ әле. Фатирың да, үҙең дә “ялт” итеп тора, - тим.

Н у р с и л ә. Эйе!.. Бер үҙемә ни... пенсия килеп тора, фатирға түләү өсөн химзавод квартал һайын аҡсаһын бирә, баҡсамдың емешен һатам, шәл бәйләйем. Бына тәҙрәләремде пластикаға алмаштырырға әйтәм әле, туҙан да кермәй ти бит.

М ә ҙ и н ә (кинәйә менән). Йәш саҡтарыңды иҫкә алмайһыңмы?

Н у р с и л ә. Нимәне әйтәһең, Мәҙинә.

М ә ҙ и н ә. Оноттоңмо ни!? Хәтерең ҡыҫҡа икән. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән саҡтарыңды...

Н у р с и л ә. Унымы? Юҡ! Онотманым! Оноторлоҡ булманы шул. Ул ғазаплы көндәр ғүмерем буйы иҫемдән сыҡмай. Әле булһа йөрәгемде өйкәп тора.

М ә ҙ и н ә. Әллә? Бер ҙә ҡайғырғанға оҡшамағанһың! Ҡып итеп тораһың! Ауыҙың йырыҡ. Бәхетең ташып тора.

Н у р с и л ә. Тыштан ғына шулай ул. Әйҙә, ашап эсеп ултыр! Ауыл күстәнәсенән ауыҙ ит!

М ә ҙ и н ә. Эй, әхирәт! Сәй ҡайғыһымы ни миндә?

Н ур си л ә. Ни булды һуң? Һөйләп ебәр!

М ә ҙ и н ә. Башымды ял иттереп алайым тип сығып киткән инем! Көнө-төнө шау-шыу. Ярай, балалар тауышы илайҙар ҙа бөтәләр. Ә бына килен тауышлана башлаһа сығып ҡасыр урын тапмайым.

Н ур си л ә. Һине әрләйме ни?

М ә ҙ и н ә. Мине әрләһә лә түҙер инем, улыма көн күрһәтмәй бит! Ҡайтып кереү менән аҡса һөйләй башлай. Кешеләр бай йәшәй, аҡса таба, һинең ҡулыңдан бер нәмә лә килмәй, ти.

Н ур си л ә. Ниңә яҡлашмайһың һуң?

М ә ҙ и н ә. Яҡлашып та ҡараным. Бер бөртөк улыңа бер фатирлыҡ та аҡса йыйып ҡуймағанһың ти.

Н ур си л ә. Ә уның ата-әсәһе йыйғанмыни?

М ә ҙ и н ә. Сығырһың уның алдына. Малай кеше ҡайғыртырға тейеш тип әйтә. Улымды әрләмәһен тип, пенсиямды тиненә тиклем биреп бөтөрәм.

Н ур с и л ә. Йә инде. Мин яңғыҙмын тип ҡаңғырам. Балалар менән йәшәүе лә байрам түгел икән шул.

М ә ҙ и н ә. Ҡартым булһа хет әйтәһе һүҙҙәремде әйтеп, әрләшеп алһаң да рәхәт булып ҡалыр ине, килен үҙемде әрләй. (Күҙҙәрен һөртә).

Н ур си л ә. Шулай шул! Этелеп-төртөлөп йәшәгән ҡарттар ныҡ була, ә беҙҙекеләр? Нимә алып, нимә бирергә белмәй эргәләрендә йүгергәләп тораһың, рәхәткә сыҙаманылар бит. Үлделәр!





Дата публикования: 2015-10-09; Прочитано: 187 | Нарушение авторского права страницы | Мы поможем в написании вашей работы!



studopedia.org - Студопедия.Орг - 2014-2024 год. Студопедия не является автором материалов, которые размещены. Но предоставляет возможность бесплатного использования (0.013 с)...